Белгестәр менән осрашыу
Февраль 5, 2019
Просмотров: 29
Уҡыусы баланың уҡый-яҙа белеүенән тыш, уның телмәр үҫеше, туған телендәге бар өндәрҙе асыҡ әйтә белеүе лә бик мөһим. Телмәре үҫешмәгән баланың һүҙлек запасы ла ярлы була, ә был уның уҡыуына йоғонто яһаясаҡ.
4 февраль көнө Б. Юлыев исемендәге 1 Этҡол урта мәктәбендә Баймаҡ ҡалаһының "Әкиәт" балалар баҡсаһы логопеды Сәғитова Альмира Әхмәҙи ҡыҙы һәм дефектолог Абҙаҡова Луиза Рәшит ҡыҙы телмәрҙәрендә кәмселектәр булған башланғыс класс уҡыусыларын ҡабул итте. Һәр бала менән айырым әңгәмә үткәрелеп, уларҙың телмәр етешһеҙлектәре асыҡланды, айырым күнегеүҙәр башҡарылды, кәңәштәр бирелде.
Шулай уҡ белгестәр 1-се Этҡол урта мәктәбе һәм Ҡаратал төп белем биреү мәктәбенең башланғыс класс уҡыусыларының ата-әсәләре алдында сығыш яһанылар һәм үҙҙәренең тәҡдимдәрен, теләктәрен еткерҙеләр.