Ата-әсәләр конференцияһы
22 март көнө Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбендә ата-әсәләр конференцияһы үтте. Балаларҙы рухи йәһәттән дә,физик яҡтан да һау-сәләмәт итеп нисек үҫтерергә?Уларҙың хоҡуҡтарын боҙмайынса,урам йоғонтоһонан,насар ғәҙәттәрҙән нисек араларға?Конференцияла ата-әсәләр алдында ошондай һорауҙар күтәрелде. Беренсе нәүбәттә мәктәптең психологы Дәүләтбава С.Р. үҙенең сығышында бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоу һәм енәйәт юлына баҫыуҙарының төп сәбәптәрен атап, миҫалдар менән нығытты. Райондың бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияның төп белгес Йәнбирҙин И.И. үҙ сығышында үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын булдырмау өсөн ваҡытында саралар күреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнө алды. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен пропагандалау буйынса инспектор-өлкән сержант Тойғонов Ғ. Х. юл йөрөү ҡағиҙәләре,уларҙы теүәл үтәү кәрәклеге тураһында һөйләне.Шулай уҡ конференцияла бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор Исхаҡов А.А. сығыш яһаны һәм райондың бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияның эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.Йомғаҡлау һүҙе менән мәктәп директоры Моталлапова М.Т. сығыш яһап,ата-әсәләрҙе балалар яҙмышына битараф ҡалмаҫҡа,улар менән даими аралашырға,шөғөлдәрен белергә саҡырҙы.