Тимур командаһы
Апрель 19, 2019
Просмотров: 33
Ололар хаҡында хәстәрлек күреү – үҫеп килгән йәш быуындың изге бурысы. Мәктәп коллективы мәғариф, хеҙмәт ветерандары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй, хәлдәрен белеп, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашып торалар.
17 апрель көнө 5-се класс уҡыусылары класс етәкселәре Дәүләтбаева Фәнисә Әмир кыҙы менән бергә хеҙмәт ветераны Мәмбәтова Фәузиә инәйгә ярҙамға барҙы. Улар урамды тырманы, ихата алдын һеперҙеләр.
18 апрель 7-се класс уҡыусылары класс етәкселәре Дәүләтбаева Сулпан Рыскилде менән бергә оҙаҡ йылдар мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Азаматова Гөлсирә инәйгә ярҙам итергә барҙылар, йорт тирәһен йыйыштырҙылар.
Инәйҙәр оло рәхмәттәрен әйтеп, уҡыусыларҙы ҡыуанып оҙатып ҡалдылар.