”Мөғжизәләр яланы”
Башланғыс класс уҡыусыларының аҙналығы дауам итә.”Мөғжизәләр яланы” уйыны балаларҙы ысынлап та гүзәл тәбиғәтебеҙҙең мөғжизәһенә сорнаны.Был уйын-ярыш бер яҡтан ҡыҙыҡлы булһа, икенсе яҡтан бик фәһемле лә булды.
Ярыш 4 турҙан торҙо.Бөтәһе 16 уҡыусы ҡатнашты.Ярым финалға Моталлапова Ә.,Барлыбаева А., Ғәлина Н.,Исмәғилова Г. Сыҡһалар,3-сө класс уҡыусыһы Ғәлина Н. финалға үтте.Уйын ваҡытында барабанда мәрәй генә йыйып ҡалманы уҡыусылар приздар оттолар,”Банкрот”,”Тамашысы менән уйын” уйнанылар.Иң мауыҡтырғыс сектор булып “Шылтырат” секторы булды.Бында уйынсылар ата-әсәһенә,туғандарына шылтыратып һүҙҙе отоуға ярҙам һоранылар.”Мөғжизәләр яланы” тамашасыларҙы ла уйнатып приздар бирҙе.Был уйындан берәүҙә ситтә ҡалманы.Һәр кем үҙ фекерен,яуабын әйтте һәм күңелле итеп бейеп тә алдылар.
Гүзәл тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау,яҡлау беҙҙең төп бурысыбыҙ икәнен балалар ошо уйында тағы бер иҫбат итте лә инде.