1. Родителям
  2. Новости
  3. Бөйөк Еңеүгә 74 йыл

Бөйөк Еңеүгә 74 йыл

Май 11, 2019 Просмотров: 37

Бөгөн 1941-1945 йылдарҙа Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә 74 йыл тулды. 1945 йылдың 9 Майы алыҫлашҡан һайын Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен нығыраҡ аңлайбыҙ. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләйбеҙ, яу ҡырында һәләк булғандарҙы иҫкә алабыҙ.
Б. Юлыев исемендәге 1-се Этҡол мәктәбе коллективы, уҡыусылар “Үлемһеҙ полк” акцияһында ихлас ҡатнашты. Еңеү байрамына арналған митингыла башланғыс класс уҡыусылары ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһанылар. Һуңынан яуҙа ятып ҡалған ата-олатайҙарыбыҙ хөрмәтенә обелискыға венок һалынды.