1. Родителям
  2. Новости
  3. "Йондоҙҙар парады”

"Йондоҙҙар парады”

Май 16, 2019 Просмотров: 112

14 майкөнө  мәктәптә  "Һуңғы ҡыңғырау” алдынан  өлгөлө уҡыусыларҙы "Йондоҙҙар парады”нда тәбрик итеү тантанаһы  үтте. Байрамда  мәктәптең алдынғы уҡыусыларын – йондоҙҙарын билдәләп, уларҙың  уҡыу йылы дауамында өлгәшкән уңыштарын йомғаҡлау булды.

Быйылғы уҡыу йылын  10 отличник тамамлай. Уларҙы мәктәп директоры Моталлапова Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы билдәләп үтте.Мәктәптә үткәрелгән  предмет олимпиадаларының  еңеүселәрен уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Йәмғорова Дилә Рәүил ҡыҙы тәбрикләне.

 Шулай уҡ  район кимәлендә үткәрелгән төрлө ҡул эштәре,  фоторәсемдәр, һүрәттәр конкурсы еңеүселәре Маҡтау ҡағыҙҙарын алып ҡыуандылар.Еңеүселәрҙе билдәләү өсөн һүҙ тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары  Азаматова Әлфирә Әхмәт ҡыҙына бирелде.

 2016-2017 уҡыу йылынан алып мәктәптә төрлө темаға ярашлы шиғырҙы яттан һөйләү конкурстары үтә. « Йондоҙҙар парад»ындабашҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәхмүтова Гүзәл Айдар ҡыҙы иң-иңдәрҙе билдәләһә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнисә Әмир ҡыҙы  иншалар конкурсының еңеүселәрен билдәләне.

   Китапханасы Йосопова Миләүшә Фазулла ҡыҙы  «Иң күп китап уҡыусы» һәм дә китаптың яҡын дуҫтарын билдәләп, шәхсән бүләктәрен тапшырҙы. Ауыл китапханаһы мөдире Касҡынова Гөлсинә Шәһит ҡыҙы ла йондоҙҙарҙы бүләкләү тантанаһына буш ҡул менән килмәгән.

  Сараға Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Азаматова Гөлнур Йыһаннур ҡыҙының ҡатнашыуы оло мәртәбә өҫтәне. Ул М. Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәрен  сәхнәләштергән бәләкәй  әртистәрен  Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.

Беренсе Этҡол урта мәктәбенең район кимәлендә спартакида иҫәбенә  үткәрелгән  спорт ярыштарында беҙҙең мәктәп уҡыусыларының  һөҙөмтәләре бик юғары,   яулаған уңыштарын һанап бөтөрлөк түгел. Төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған  уҡыусыларҙы зал түренә саҡырып, уларҙың уңыштары менән тамашасыларҙы ла таныштырып үтелде.

Уларҙың уңыштары – физик тәрбиә уҡытыусылары Рәсих Рәсүл улы Йортбәковтың, Ғәлиә Хәйҙәр ҡыҙы Каскинованың, тынғыһыҙ хеҙмәт емештәре.

Артабан байрам түренә олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙаҡатнашып, предмет уҡытыусыларының уң ҡулдары булған уҡыусылар үҙҙәренең уҡытыусыларынан бүләктәр алып ҡыуандылар.

Эйе, уҡыусыларҙың уңыштарының төп нигеҙе – уҡытыусының тынғыһыҙ хеҙмәте. Уҡытыусы белем тауына етәкләп мендереүсе, йондоҙҙарға илтер юлдар ярып, йондоҙ итеп ҡабындырыусы ул. Әгәр ҙә йондоҙҙар яна икән, тимәк, был кемгәлер кәрәк, бик мөһим. Йондоҙҙар балҡыр өсөн, яныр өсөн кәрәк. Әммә улар үҙҙәренән-үҙҙәре балҡымай бит, уларҙың балҡыуы уҡытыусылар  ҡулында, хеҙмәтендә. Эйе, уҡытыусы һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға, уҡыусыларҙы күренмәгән бейеклектәге йондоҙҙарға тиклем күтәрергә әҙер.