1. Родителям
  2. Новости
  3. "Шат баласаҡ иле"

"Шат баласаҡ иле"

Июнь 1, 2019 Просмотров: 41

1 июнь –балаларҙы яҡлау көнө.Йәйҙең ошо матур көнөндә 1-се Этҡол урта мәктәбендә «Ҡояшҡай» исемле йәйге һауыҡтырыу лагеры эшен башланы. Шулай уҡ, байрам сиктәрендә мәктәп уҡыусылары өсөн гөрләп «Һабантуй -2019» үтте. Унда улар бик күп ярыш төрҙәрендә : ат сабышы, көршәк ватыу, тоҡ менән , йомортҡа менән йүгереү, ҡул көрәштереү, сәпкә уҡ менән атыуҙа ҡатнашты. Һабантуйға әҙерлек 30 май көнө үк башланғайны.Был көндө бер нисә төркөм балалар ауыл буйлап ҡолғаға бүләк йыйырға сыҡтылар. Бик күп матур бүләктәр йыйылды. Ауыл халҡына бүләктәре өсөн ҙур рәхмәт.Балалар һабантуйҙан ҡыуанып, күтәренке кәйеф менән ҡайттылар.