"Ҡыпсаҡ" һәм "Бөрйән" -кем беренсе?
Июнь 3, 2019
Просмотров: 41
Ҡаратал мәктәбендә Йәйләү программаһына ярашлы "Ҡыпсаҡ" һәм "Бөрйән" ырыуы араһында сәмле ярыш булды. .“Йәйләү”ҙе ябыу тантанаһында буласаҡ концерт номерҙарына ла әҙерләнә башланылар. Һәр ырыу концертынан өсәр номер менән сығыш яһаны. Шунан “Онотоп ҡалдырылған әйберҙе һатып алыу" үткәрелде. Әйберен юғалтҡан бала уны башҡаларҙың һорауы буйынса берәй төрлө оҫталығын күрһәтеп “һатып” ала. Ҡыҙыл кейемдән кейенгән ҡыпсаҡтар еңеп сыҡты