1. Родителям
  2. Новости
  3. "Йолаларҙа халҡым рухы"

"Йолаларҙа халҡым рухы"

Июнь 3, 2019 Просмотров: 48

«Ғүмерҙең , йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө һәр кемдән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Әҙәмдең һәр аҙымы , хатта ниәт-маҡсаттары ла әүәл-әүәлдән ҡанундарға яраҡлаштырылған. Улар бөтә кешегә фарыз иҫәпләнгән. Ана шуны йола, йола үтәү, йола атҡарыу, тиҙәр,»- тип башлап китте үҙенең сараһын 1-се Этҡол урта мәктәбенең «Ҡояшҡай» исемле йәйге һауыҡтырыу лагеры тәрбиәсеһе Дәүләтбаева Фәнисә Әмир ҡыҙы .Артабан ул ниндәйерәк йолалар барлығы тураһында һөйләп үтте һәм һәр төркөм үҙе әҙерләгән йоланы күрһәтте. Бәләкәйҙәр «Кәкүк сәйе», урта төркөм «Килен төшөрөү», өлкән төркөм «Ҡарға бутҡаһы» йолаларын күрһәтте.