"Беҙ йырлайбыҙ һәм бейейбеҙ..."
Июнь 4, 2019
Просмотров: 54
4 июнь көндө «Йәйләү” программаһы нигеҙендә эшләп килгән “Ҡояшҡай” лагерында спорт уйындары көнө үтте. Бөрйән һәм Меңле ырыуы малайҙары командаларға бүленеп футбол уйынында ҡатнаштылар. Шулай уҡ, өс ырыуҙан да йыйылма команда төҙөлөп, ҡыҙҙар һәм малайҙар бергәләп футбол уйнанылар. Ә Тамъян ырыуы ҡыҙҙары һәм егеттәре баскетбол уйынында алдынғылыҡты бирмәнеләр. Көн барышында балалар тағы ла һүрәт төшөрҙөләр, өҫтәл уйындары уйнанылар, кроссворд систеләр.
Ҡаратал мәктәбендә лә спорт уйындары һәм рәссам Ҡасим Дәүләткилдеев призына ярыштар үткәрелде. Балалар төрлө һүрәттәр эшләнеләр, приздар алдылар