«Мөғжизәләр яланы»
Июнь 6, 2019
Просмотров: 49
6 июнь 1-се Этҡол мәктәбендә «Ҡояшҡай» исемле йәйге һауыҡтырыу лагерында тәрбиәсе Йортбакова Гөлсинә Рәүил ҡыҙы «Мөғжизәләр яланы» уйынын үткәрҙе. Уйын өс төркөм балалары өсөн дә булды. Һайлап алыу турында һорауҙарға яуап биреп, уйынға сығырға мөмкинлек алған тәрбиәләнеуселәр ,ҙур теләк менән ярыштылар. Һорауҙар «Башҡорт халыҡ кейемдәре» тигән теманан алынғайны. Ярыш балалар өсөн фәһемле булды. Еңеуселәргә бүләктәр тапшырылды.
Каратал мәктәбендә балалар төрлө уйындар: кәнсир һуғыу, футбол һ. б. уйындар уйнанылар.
“Алтын тирмә” ярышында халҡыбыҙҙың бөйөк әһелдәрен, республикабыҙҙың тәбиғи ҡомартҡыларын, һәйкәлдәр, йырҙар, ҡалалар тураһында һорауҙарға яуаптар бирҙеләр. Бөгөнгө ярышта ҡыпсаҡтар еңеп сыҡты Афарин!