Балалар һабантуйы-2019
Июнь 9, 2019
Просмотров: 15
Ҡайта беҙгә йылдар аша,
Ҡайта беҙгә изге йолалар.
Йыр-бейеүҙәр йыя халыҡты,
Байрам итә бөгөн балалар.
Балаларҙа милли рух, үҙаң тәрбиәләүҙе йолаларыбыҙҙы өйрәнеү аша алып барыу – юғары һөҙөмтәләргә ирешергә булышлыҡ итә. Мәктәптең бер төркөм уҡыусылары бөгөн Баймаҡ районының балалар Һабантуйына барып ҡайттылар. Бында уҡыусылар халҡыбыҙҙың элек-электән уңыш, муллыҡ теләп үткәргән “Бураҙнаға йомортҡа тәгәрәтеү” йолаһын башҡарҙы. Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереп ярышыу уйынында балалар сәмләнеп ярыштылар, халҡыбыҙ йолаларының әһәмиәтенә, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөндөләр.