«Лагерь һылыуы -2019»
Июнь 10, 2019
Просмотров: 29
10 июнь 1-се Этҡол урта мәктәбенең «Ҡояшҡай» исемле йәйге һауыҡтырыу лагерында көтөп алған «Лагерь һылыүы -2019» утте. Был исемгә 9 ҡыҙ дәғүә итә ине. Улар бөтәһе лә матур күлдәктәр кейеп, сәстәренә прическалар эшләтеп, үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтергә әҙерләнеп килгәндәр.Тәрбиәсе Хәсәнова Альбина Азат ҡыҙы ярышты бик күңелле итеп алып барҙы.Ҡыҙҙар төрлө яҡлап һәләттәрен күрһәттеләр. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы. Шулай итеп «Лагерь һылыуы-2019 » исеме Вәлитова Гөлкәйгә һәм Барлыбаева Алтынайға бирелде.Икенсе урынды Азаматова Алтынай, өсөнсө урынды Азаматова Гөлдәр менән Азаматова Әдилә алды.Башҡа ҡыҙҙар төрлө номинацияла еңеүсе булдылар.