"Рәсәй менән бергә-ғүмергә"
Июнь 12, 2019
Просмотров: 21
Төрлө милләт балалары,
Әйтерһең дә, йөҙ сәскә.
Шул сәскәләрҙе үҫтергән
Рәсәйем мәңге йәшә!
Беҙҙең илебеҙ– сәскәләр гөлләмәһе кеүек төрлө милләткә бай ил. Унда башҡорттар, татарҙар, рустар, мариҙар, удмурттар, мордвалар,чечендар һәм башҡа халыҡтар дуҫ-татыу ғүмер итә.
Бөгөн беҙҙең мәктәптең «Йәйләү» программаһы менән эшләүсе «Ҡояшҡай» исемле йәйге һауыҡтырыу лагерында төрлө милләт халыҡтары осрашыуы булды.Ярышта ҡатнашҡан һәр уҡыусы үҙе кейенгән милләт тураһында һөйләне.Балалар уларҙың ғөрөф – ғәҙәттәренә, хеҙмәтенә, сәнғәтенә, тарихына байҡау яһаны.
«Беҙ төрлө милләт кешеләре булһаҡ та, уртаҡ йортобоҙ - Бөйөк Рәсәйҙә һәр саҡ тыныслыҡ булһын, илебеҙ сәскә атһын,»- тип теләне балалар.