1. Родителям
  2. Новости
  3. Белем көнө

Белем көнө

Сентябрь 5, 2019 Просмотров: 20

2 сентябрь Белем байрамына арналған тантана Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә лә гөрләп үтте.Сығарылыш уҡыусыларына  алмашҡа   1 синыфҡа 14 бала уҡырға килде. Уларҙың тәүге уҡытыусыћы –Барлыбаева Әлиә Исмәғил ҡыҙы.Байрам тантанаһына оло мәртәбә өҫтәп Беренсе Этҡол ауыл хакимиәте башлығы Азаматова Гөлнур Йыһанур ҡыҙы,райондың халыҡ ижады үҙәге директоры Нәҙербаева Миңзифа Әхмәҙиә ҡыҙы,район мәғариф бүлегенең баш бухгалтеры Юлдашбаева Әлфиә Зекериә  ҡыҙы ла ҡатнашты.

Мәктәп директоры Моталлапова Миңлегөл  Төхвәт ҡыҙыүҙенең ҡотлау телмәрендә уҡыусыларға быйылғы уҡыу йылының тағы ла уңышлыраҡ булыуын, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Байрамдабөтә ғүмерен балаларға төплө белем ћәм тәрбиә биреүгә бағышлаған  ветеран уҡытыусыларҙың да булыуы оло ҡыуаныс. Белем көнө уңайынан мәғариф ветерандарын  ихлас тәбрик итеп 5 класс уҡыусылары тарафынан сәскә гөлләмәләре бүләк ителде.

Саҡыра, тағын саҡыра

Ҡыңғырау синыфтарға.

Бөгөнгө – Белем көнөнән

Уҡыу йылы башлана.

Беренсе ҡыңғырау биреү хоҡуғы 2 синыфтың уҡыу алдынғылары Мәхмүтов Рәсүл  менән Сәлимова Таңсулпанға бирелде.

Артабан уҡыусылар   быйылғы уҡыу йылының тәүге «Еңеү һәм Хәүефһеҙ бала саҡ” исемле класс сәғәттәренә саҡырылды.