1. Родителям
  2. Новости
  3. Халыҡ-ара Ололар көнө

Халыҡ-ара Ололар көнө

Октябрь 2, 2019 Просмотров: 31

1-се Этҡол мәктәбе үҙенең мәғариф һәм хеҙмәт ветерандарын Халыҡ-ара Ололар көнө менән ҡотланы.Байрамды мәктәп директоры Моталлапова Миңлегөл Төхвәт ҡыҙының ҡотлау һүҙҙәре асып ебәрҙе. Байрам биҙәге ветерандарыбыҙ араһында үҙҙәренең 55 һәм 70 йәшен билдәләүсе юбилярҙар тәбрикләнде.Коллектив тарафынан әҙерләнгән йыр-моңдар байрамға үҙе үк дәрт өҫтәне.Ололар иҫтәлекле ваҡиғалары менән уртаҡлашып,әле эшләп йөрөгән йәш коллективҡа изге теләктәрен еткерҙеләр.