“Тел асҡысы халыҡта”
Быйылғы йылда мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү-ҙур ваҡиға булды. Шәмбеләрҙә төрлө саралар үткәреү-бигерәк тә ҡыҙыҡлы. Һәр айҙың бер шәмбеһендә уҡыусылар өсөн мәктәптә бер сара үткәрелә. Бөгөнгөһө этношәмбе тип планлаштырылған ине һәм ул “Тел асҡысы халыҡта” исеме аҫтында үтте. Уға ярашлы рәүештә, шулай уҡ Театр йылына, халҡыбыҙҙың данлы улы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға, яҡташыбыҙ, күренекле ғалим һәм педагог Салауат Галиндың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнап һәр класс халҡыбыҙҙың милли йолаларын сәхнәләштерҙе. Уҡыусылар тәҡдим иткән “Бәпәйгә исем ҡушыу”, “Аулаҡ өй”, “Ҡатыҡ тәмләшеү” кеүек йолаларыбыҙҙа халҡыбыҙҙың йәшәйеше һәм көнкүреше лә, мәҙәниәте лә, эскерһеҙлеге лә сағыла шул. Уҡыусылар шундай матур итеп, һәр йоланы еренә еткереп, милли уйындарыбыҙҙы ла ҡулланып, уларҙың бөтә тәрбиәүи әһәмиәтен алғы планға ҡуйып уйнанылар, класс етәкселәре (Азаматова Ә.Ә., Дәүләтбаева Ф.Ә., Дәүләтбаева С.Р.) үҙҙәре үк балалар менән бергә сәхнәлә ине. Сараны Дәүләтбаева Фәнисә Әмир ҡыҙы һәм Мәхмүтова Гүзәл Айҙар ҡыҙы ойошторҙо.