1. Родителям
  2. Новости
  3. 5-се класс уҡыусылары «Һеңлекәш» фильмын ҡарап ҡайттылар.

5-се класс уҡыусылары «Һеңлекәш» фильмын ҡарап ҡайттылар.

Ноябрь 19, 2019 Просмотров: 26

Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары 18 ноябрь көнө Баймаҡ ҡалаһына барып, Халыҡ ижады үҙәгендә Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмын ҡарап ҡайттылар.

Иҫ киткес шәп, йөрәккә үтеп инерлек, тәрән хис-тойғо менән төшөрөлгән. Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған, дуҫлыҡ менән тоғролоҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләрҙе сағылдырған картина уҡыусылыларҙың күңелен арбаны. Бәләкәй артистарҙың ихлас уйнауҙарына, фильмда төшкәндә башҡортса һөйәләшергә өйрәнгән ҡыҙ – Мартаға ҡарап ихлас һоҡланыу кисерҙеләр. Ошондай фильм ҡарау мөмкинселеге биргән мәктәп директоры Моталлапова Миңлегөл Төхвәт ҡыҙына һәм мәктәп автобусы водителе Камил ағай Һунарғоловҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.