Туған тел тураһында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе
Декабрь 11, 2019
Просмотров: 101
11 декабрь көнө мәктәптә, гуманитар фәндәр аҙналығы планына ярашлы, туған тел тураһында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәрелде. Cарала 5-8-cе класс уҡыусылары ҡатнашты. Башҡорт теленә, уның киләсәгенә битараф булмаған уҡыусылар Рәми Ғариповтың, Зәйнәб Биишеваның, Баязит Бикбайҙың, Ҡәҙим Аралбаевтың шиғырҙарын бик тасуири итеп һөйләнеләр.