1. Родителям
  2. Новости
  3. “Иман нуры” конкурсы

“Иман нуры” конкурсы

Декабрь 13, 2019 Просмотров: 83

Ҡыл яҡшылыҡ, сәс,һин, иман нуры,

Бөгөн сәс, иртәгә һуң булыр.

һинең сәскән был нурҙарҙан

Был донъялар барыбер яҡтырыр.

Йәшәйем тиһәң, иҫән-аман,

Иманыңа табын, инан!

Иман килтерер ваҡыт еткән,

Һәммәбеҙгә берәм-берәм!

Ошондай шиғри һүҙҙәр менән башланып китте Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә үткәрелгән “Күңелемдә иман нуры ” исемле кластан тыш сара.

Быйыл мәктәптә өсөнсө тапҡыр уҙған “Иман нуры” конкурсы балаларҙың күңелен Ислам диненең әхлаҡи ҡиммәттәренә яҡынайтыусы, изгелеккә әйҙәүсе сараларҙың береһе булараҡ планлаштырылды һәм үтте. Конкурста Баймаҡ районы мөхтәсибәтенән Танһыҡҡужин Хәлил хәҙрәт , ауыл хакимиәте башлығы Раев Юлдаш Юламан улы, ауылдың имам – хатибтары, ағинәйҙәр ҡатнашты. Сараны уҙғарыуҙа ауылыбыҙҙың мәсетенең имамы Азамат хажи Ғәҙелмурзин, дин әһеле Азат Мәхмүтов һәм мәктәп директоры Моталлапова Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы күп көс түкте.

Конкурста йәмғеһе 37 бала ҡатнашып, һәр береһе әҙерләнгән бүләктәр алып ҡыуанһа, иң-иңдәр район конкурсына саҡырыу алды.