1. Родителям
  2. Новости
  3. “Хәүефһеҙ бала саҡ”

“Хәүефһеҙ бала саҡ”

Декабрь 20, 2019 Просмотров: 37

Балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү-һәр заманда ла иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Бөгөн мәктәптә үткәрелгән “Хәүефһеҙ бала саҡ” исемле дөйөм ата-әсәләр йыйылышы ла ошо темаға арналды. Сарала Баймаҡ ҡалаһы һәм районының бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияның етәксеһе Йәнбирҙин Илнар Илгиз улы , Баймаҡ ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһы логопеды Моталлапова Гүзәл Ғәббәс ҡыҙы, дефектолог Абҙаҡова Луиза Рәшит ҡыҙы ҡатнашты. Гүзәл Айҙар ҡыҙының “Тәрбиәле бала-матур киләсәк” тип аталған сығышында һәр бала-шәхес, уларҙы юғары әхлаҡлы, тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп, илһөйәр, телһөйәр, физик һәм рухи яҡтан сәләмәт итеп тәрбиәләү-уртаҡ бурысыбыҙ,тигән һүҙҙәр яңғыраны. Илнар Илгиз улы ата-әсәләргә бәлиғ булмағандар буйынса комиссияның эше, бөгөнгө көнгә ҡарата район буйынса иҫәптә торған балалар һәм ғаиләләр тураһында статистик мәғлүмәт еткерҙе. Хоҡуҡ боҙоуҙар һәм улар өсөн ҡаралған яуаплылыҡ , комендант сәғәте, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында һөйләп үтте,уларҙы теүәл үтәргә кәрәклеген иҫкәртте. Гүзәл Ғәббәс ҡыҙы балаларҙың телмәрҙәрендәге етешһеҙлектәр, уларҙы ваҡытында асыҡлау һәм сара күреү кәрәклеген белдерҙе. Мәктәп директоры Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы ата-әсәләрҙе балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, уларҙың хәүефһеҙлеген бергәләп тәьмин итергә саҡырҙы. Газ приборҙары менән һаҡсыл эш итеү, һуңғы осорҙа балаларҙың күпләп ағыуланыуына килтергән СНЮС , яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе, балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырырға ярамағанлығын да әйтеп үтте . Яңы йыл кулектары әҙерләүсе ата-әсәләр советын уны әҙерләү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Луиза Рәшит ҡыҙы телмәрҙәрендә етешһеҙлектәре булған уҡыусылар менән индивидуаль эшләне. Конференцияны тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Әлфирә Әхмәт ҡыҙы алып барҙы.