1. Родителям
  2. Новости
  3. "Атай,әсәй һәм мин-спорт ғаиләһе"

"Атай,әсәй һәм мин-спорт ғаиләһе"

Январь 3, 2020 Просмотров: 33

3 ғинуар көнө Беренсе Этҡол урта мәктәбе тағы ла балаларҙың шат һәм көр тауыштарына күмелде. Уларға ата-әсәләр менән берлектә "Атай,әсәй һәм мин-спорт ғаиләһе"исемле ярыш үткәрелде.Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы.Бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үткәндән һуң Ҡасҡыновтар ғаиләһе лайыҡлы рәүештә беренсе урынды алды һәм районда үтәсәк ярышҡа старт алды.Һәр ғаилә төрлө номинацияла билдәләнде.Ярышта мәғариф бүлегенең баш бухгалтеры Юлдашбаева Әлфиә Зекриә ҡыҙы ҡатнашты һәм үҙенең бүләктәрен тапшырҙы.Артабан инде 1-се һәм 2-се класс уҡыусылары өсөн шашки уйындары үткәрелде.3-сө һәм 4-се класс уҡыусылары "Хәрәкәттә-бәрәкәт" девизы аҫтында саф һауала уйындар уйнанылар.