Беҙҙең уңыштар.
Яңы ғына аяҡ баҫҡан Сысҡан йылының бер айы артта ҡалды. Тәүге ғинуар айы беҙҙең Беренсе Этҡол мәктәбе коллективы өсөн уңышлы булды.
2019 йыл- Театр йылын йомғаҡлау кисәһендә районда балалар театрҙарының «Сихри шаршау» фестиваленә йомғаҡ яһалды. Ошо матур, мауыҡтырғыс сарала ихлас уйнаған бәләкәй артистәребеҙ «Оҫта башҡарыусылар» номинацияһында диплом менән бүләкләнделәр.
Былтыр йыл буйына барған Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата бик күп кисәләр, кластан тыш саралар, осрашыуҙар үткәрелде. Шулай уҡ «100 йыллыҡтың -100 көнө» социаль проект сиктәрендә әҙерләнгән альбомдар араһында «Иң яҡшы биҙәлеш» номинацияһында III урын яуланыҡ.
“Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020” акцияһы сиктәрендә мәктәптә ата-әсәләр менән берлектә төрлө спорт саралары һәм уйындар ойошторолдо. Барлыҡ спорт сараларының һөҙөмтәләре буйынса мәктәбебеҙ II дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Барлыҡ уңыштар нигеҙендә, әлбиттә, уҡытыусылар коллективының, тырыш уҡыусыларыбыҙҙың, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған ата-әсәләрҙең эш һөҙөмтәләре ята. Артабан да уңыштар юлдаш булһын!