«Сафтарҙа атлай һалдаттар»
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Беренсе Этҡол урта мәктәбендә хәрби-патриотик йырҙар конкурсы ойошторолдо. Йәштәр араһында гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән конкурс «Сафтарҙа атлай һалдаттар» исеме аҫтында үтте. Хәрби –патриотик айлыҡ сиктәрендә үткәрелгән ҙур тантана яугир-интернационалистарға арналды. Кисәлә Афган һуғышы ветерандары: Мортазин Шәфкәт Нурәхмәт улы, Буранбаев Рим Байназар улы, шулай уҡ Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары Рыскужин Илфат Рафиҡ улы, Ишморатов Ғәҙел Кинйәбулат улы, Ҡасҡынов Зөфәр Әхмәр улы, Яйыҡбаев Илдар Йомағол улы, Рысбаев Азамат Мөхәмәҙиә улы, Байрамғолов Ринат Радик улы ҡатнашып, уҡыусыларға матур теләктәрен еткерҙеләр.
Хәрби-патриотик йырҙар конкурсына һәр класс ентекле әҙерләнгән. Мәктәптең спорт залында ойошторолған йыр бәйгеһенең еңеүселәрен ветерандар баһалап, еңеүселәрҙе иғлан иттеләр. Сараға шулай уҡ атайҙар, ҡартатайҙар, олатайҙар, ағайҙар саҡырылғайны. Хәрби патриотик йырҙар еңеүсеһе - 9-сы класс уҡыусыларына төп приз оҙаҡ йылдар уҡыусыларҙы тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән белем биргән капитан Юлгилдин Ғибаҙулла Фазулла улының ҡыҙы Зинуя Яҡшыбаева атаһының яҡты иҫтәлегенә арнап бассейнға путевка бүләк итте.
Килгән ҡунаҡтарға тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре предметы уҡытыусыһы Йортбәков Рәсих Рәсүл улының тәрбиәләнеүселәре - йәш армеецтар күрһәтмә сығыш яһанылар. Уларҙың сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.
Кисәнең артабанғы өлөшөндә төрлө ауырлыҡ категорияһында егеттәр араһында арҡаға һалыш ярышы ойошторолдо. Бәләкәй малайҙарҙың, көслө, рухлы егеттәрҙең сәмлелеге ҡарап ултырыусылар өсөн оло тамаша булды. Кисәнең аҙағында төрлө йылдарҙа хәрби бурыстарын үтәгән егеттәргә арналған видеоклип күрһәтелде.
Ил алдында хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булған ауылдаштарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген хөрмәтләү, уларҙың хаҡында хәтирәләр һаҡлау- ул тереләрҙең изге бурысы. Шуға күрә лә конкурстар хәрби бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған ауылдаштарыбыҙ Усманов Хәлис Миңлеғәле улына, Исмәғилев Кинйәбулат Аллабирҙе улына, шулай уҡ Чечня һуғышын үткән яугирҙар: Хисмәтуллин Алик Сәйфулла улы һәм Моталлапов Кинйәғәле Афзал улына арналды.