1. Родителям
  2. Новости
  3. «Тарих эҙҙәре буйлап ...»

«Тарих эҙҙәре буйлап ...»

Март 11, 2020 Просмотров: 26

11 март көнө Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә «Тарих эҙҙәре буйлап ...» исемле осрашыу ойошторолдо. “Төньяҡ амурҙары” клубы ағзаһы, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы булған «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тарихты тергеҙеүсе, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүсе Айҙар Мәжитов башҡорт казагы кейемендә халҡыбыҙҙың данлы яу юлы тураһында бәйән итеп кенә ҡалманы, уҡыусыларға уҡты атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтте.Шулай уҡ тарихсы 8-10 класс уҡыусыларына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата 2015 йылда Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында Александр Матросовтың ҡаһарманлығына арналған тәүге хәрби-тарихи реконструкция барышын фоторәсемдәр, видеофильмдар ярҙамында еткерҙе.

Әйтергә кәрәк, Айҙар Рәйес улы уҡыусылар менән осрашып, улар менән байтаҡ аралашырға ла ваҡыт тапты. Айҙар Мәжитовтың башҡорт яугирҙәре, уларҙың 1812-1814 йылдағы Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары, үҙенең дә ата-олатайҙарыбыҙ үткән хәрби юлды ҡабатлап Бородинонан Парижғаса сәфәр ҡылыуы тураһында һөйләгәндәрен ишеткәс, уҡыусылар менән бер рәттән уҡытыусылар ҙа һоҡланыуын йәшермәне.Барлыҡ уҡыусылар һәм дә уҡытыусылар коллективы исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, артабанғы эшендә уңыштар теләйбеҙ.