Ҡотлайбыҙ!!!
Һуңғы осорҙа мәктәп дистанцион уҡыуға күсеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең уҡыусылар район кимәлендә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Йәш натуралистар станцияһының Халыҡ –ара Ер көнөнә ҡарата үткәргән «Ер беҙҙең уртаҡ йортобоҙ» исемле викторинала Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Моталлапова Әминә лайыҡлы рәүештә 1-се урынды яулап, еңеүсе итеп табылды. Әлбиттә, был викторина планетабыҙҙың иҫ китмәле матурлығын билдәләгән мөғжизәле урындар тураһында белешмә биреүҙе, шулай уҡ уның ғәжәйеп тарихы хаҡында, кешене тыуҙырған, туйындырған, һыуһағанда һыу, һуларға һауа биргән тәбиғәт тураһындағы һорауҙар ине.Ә әлеге көндә Ер –Әсә бөгөн беҙҙән ярҙам көтә, беҙ тәбиғәтте һаҡлау өсөн ниҙәр эшләй алабыҙ? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар эҙләне Әминә. Әлбиттә, бик күп материалдар эҙләп үҙләштергәндән һуң уның эше лайыҡлы баһа алды. Беҙ Әминәне еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә уңыштарюлдаш булһын!