Батырлыҡ дәресе
.Класс сәғәттәрен үткәреү өсөн мәктәбебеҙ стеналарын биҙәгән стендтар файҙаланылды. «Тыуған илде һаҡлау-изге һөнәр» исемле стенд менән танышыу барышында 7-се класс уҡыусылары - мәктәбебеҙҙе төрлө йылдарҙа тамамлап, хеҙмәт юлдарын Илде һаҡлауға бағышлаған ир- уҙамандар менән, 8-се класс укыусылары быйылғы 2020йыл-Хәтер һәм Дан йылына арналған стендтың эстәлеге менән таныштылар. 5-се уҡыусылары мәктәп китапханаһындағы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған мөйөшкә байҡау яһанылар.9-сы һәм10-сы класс уҡыусылары Баймаҡ районының Советтар Союзы Геройҙарын һәм дә Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын, ауылыбыҙҙың һуғыш ветерандарын иҫкә төшөрҙөләр. Ә 6-сы класс уҡыусылары мәктәбебеҙҙең йөкмәткеле музейындағы материалдар менән танышып, Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән ауылдаштарыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт алдылар.11-се класс уҡыусылары илебеҙ тарихында мөһим ваҡиға-Бөйөк Ватан һуғышы тураһында фекер алыштылар. Барлыҡ үткәрелгән Батырлыҡ дәрестәре укыусыларҙа Илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә арналды.