Осрашыу

Февраль 4, 2018 Просмотров: 42

«Йәш урмансылар» түңәрәге ағзалары Беренсе Этҡол урта мәктәбе сығарылыш уҡыусыһы, урман һағында 26 йыл эшләүсе Яикбаев Кәрим Әкрәм улы менән осрашыу үткәрҙеләр. Осрашыу барышында түңәрәк етәксеһе Әлфирә Әхмәт ҡыҙы Кәрим Әкрәм улының тормош юлы, эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте.

Яикбаев Кәрим 1996 йыл Юлыҡ урман хужалығына 5-се бүлеккә урмансы итеп эшкә саҡырыла. Бер ҡаршылыҡһыҙ риза була.Ситтән тороп белемен камиллаштыра.Тырыш, ихлас эшсене коллектив та үҙ итә. Уның тырыш эшмәкәрлеген бик күп маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй.Урман һағында ал-ял белмәй хеҙмәт итеүсе ауылдашыбыҙҙы етәкселәрҙә күрә һәм һәр ваҡыт дәртләндереп торалар.2017 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы “ тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул шулай уҡ Ғәҙелбай ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһенең ғаилә башлығы ла.