1. Ученикам
  2. Новости
  3. Библиотекала ҡунаҡта

Библиотекала ҡунаҡта

Март 15, 2018 Просмотров: 40

Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары класс етәксеһе Гөлфиә Әнүәр ҡыҙы Хисмәтуллина менән ауыл китапханаһына ҡунаҡҡа барҙы. Китапханала уларҙы Гөлсинә Шәһит ҡыҙы Ҡасҡынова ҡаршы алды. Гөлсинә Шәһит ҡыҙы уҡыусыларға “Китаптар парады» исемле сара ойошторҙо. Был сарала уҡыусылар яңы китаптар менән танышты. Гөлсинә Шәһит ҡыҙы бер нисә китаптың йөкмәткеһе менән таныштырҙы һәм шиғырҙар уҡып күрһәтте. Сара һуңында уҡыусыларға “Йәш йөрәктәр» исемле волонтерҙар клубы ойошторолоуы тураһында әйтте. «Йәш йөрәктәр» клубының маҡсаты, бурыстары тураһында аңлатып үтте. Теләктәре булғандарҙың ошо клубҡа яҙылыуын һораны.