Экскурсия
Март 21, 2018
Просмотров: 50
20 март көнө Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол мәктәбенең «Йәш урмансылар» түңәрәге ағзалары урманға экскурсияға сыҡтылар.
Ҡыш хайуандарға аҙыҡ табыуы ҡыйынлаша, шуға күрә йәй әҙерләгән миңдектәрҙе илек, ҡуяндар өсөн ҡалдырып китеү - уҡыусыларҙың төп маҡсаттары ине. Йырып сыҡҡыһыҙ көрт өйөмдәрен артта ҡалдырып, саңғыла йәш урмансылар урманға барып етеп, алып килгән аҙыҡтарҙы ағастарға елеп, түмәр өҫтәрендә ҡалдырып, үҙҙәре лә рәхәтләнеп сәй эсеп алдылар.
Артабан уҡытыусылар уҡыусылар өсөн саңғы ярышы ойошторҙолар. Йортбәков Инйәр, Йәғәфәрова Ынйы, Рашев Заһир, Йортбәков Данистар алдынғылыҡты бирмәнеләр. Урмандан дәрт, көс, дарман алып, ауылға кисләтеп кенә ҡайтып еттеләр.