Тимур командаһы
Май 8, 2018
Просмотров: 38
Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына ҡарата 5, 6 класс уҡыусылары класс етәкселәре Фәнүзә Фирғәт ҡыҙы һәм Гөлфиә Әнүәр ҡыҙы менән берлектә хеҙмәт ветераны Арыҫланова Хөмәйрә инәйгә Тимур командаһына барҙылар. Уҡыусылар бик тырышып эшләнеләр, күмәкләп инәйҙең утынын өйөп тә ҡуйҙылар.Хөмәйрә инәй ҡыуанып. уҡыусыларҙың яҡшы уҡыуҙарын, тәртипле булыуҙарын теләп, рәхмәттәр уҡып ҡалды.