Экологик өмәләр
Сентябрь 17, 2018
Просмотров: 40
Беҙҙең мәктәп тә тирә-яҡ мөхитте таҙартыу буйынса экологик субботниктарҙа актив ҡатнаша. 15 сентябрь бөтә мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм эшселәр бер һүҙҙән булып мәктәп, йылға территорияларын ҡый үләндәренән, сүп-сарҙан, ҡоро ағастарҙан таҙартты, төҙөкләндереү эштәре менән булышты. Иң тәүҙә балалар менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса инструктаждар үткәрелде. Бер кем дә был акцияға битараф ҡалманы. Ихлас эшләнеләр. Экологик өмәләр әле дауам итәсәк.