"Йәш урмансылар" осрашты
Сентябрь 24, 2018
Просмотров: 26
Мәктәптең "Йәш урмансылар" түңәрәге тәрбиәләнеүселәре Йомаш урта мәктәбенең "Ҡайынҡай" мәктәп лесничествоһының ағзалары менән осрашыуҙа булдылар. Шулай уҡ осрашыуҙа Юлыҡ урман хужалығының мастеры Байсубаков Дамир Ғәбдрәсүл улы менән Икенсе Этҡол урман хужалығының мастеры Яикбаев Кәрим Әкрәм улы ла булды.Йәш урмансылар үҙ ара төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таптылар. Осрашыу тәмле сәй табыны артында тамамланды.