1. Ученикам
  2. Новости
  3. Бөтә донъя мөмкинлектәре сикләнгәндәр көнө

Бөтә донъя мөмкинлектәре сикләнгәндәр көнө

Декабрь 6, 2018 Просмотров: 112

1992 йылда БМО тарафынан 3 декабрь Бөтә донъя мөмкинлектәре сикләнгәндәр көнө тип иғлан ителә. Был көн - тормошто яңынан башлаған, нисек кенә булмаһын, тормоштоң ни тиклем ҡәҙерле икәнен белгән көслөләр, маҡсатлылыр, түҙемлеләр көнө.

Б. Юлыев ис. 1-се Этҡол мәктәбендә мөмкинлектәре сикләнгәндәргә арналған Ҡанаттарығыҙ ныҡ булһын исемле сара үтте. Саҡырылған ата-әсәләрҙе, уҡыусыларҙы мәктәп директоры Моталлапова М.Т. тәбрикләп, уларға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләне.Уҡыусыларҙың концерт номерҙары сараға йәм өҫтәп ебәрҙе. Вәлитова Г. һәм малайҙар башҡарыуындағы дәртле йырҙарҙы, Минғәлиева Азалияның бейеүен йылы ҡабул иттеләр.

Артабан уҡыусылар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо.Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Ә.Ә. йомғаҡлау һүҙе менән сығыш яһағандан һуң, балаларға күстәнәстәр тапшырылды. Кисә сәй табыны менән тамамланды.