Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө
Декабрь 15, 2018
Просмотров: 21
Күренекле мәғрифәтсе, шағир, яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Шул айҡанлы һәм гуманитар фәндәр аҙналығы сиктәрендә 13 декабрь көнө Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсы булып үтте. 4-8-cе класс уҡыусылары араһында барған сараға ҙатнашыусылар бик етди әҙерләнгән ине, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сулпан Рыскилде ҡыҙы уҡыусыларҙы мәғрифәтсенең тормош юлы менән таныштырҙы, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Сәмле ярыштың еңеүселәре булып сыҡҡан Рысҡужин Рәсим һәм Байсыуаҡов Юлдаш алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне.