« Бесәйҙәр ҙә ярҙамға мохтаж»
Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә 4 класс уҡыусылары өсөн «Йәш урмансылар» мәктәп урман хужалығының тәрбиәләнеүселәре тарафынан яҡын тәбиғәт дуҫтарыбыҙҙың береһе,йомшаҡҡайҙарыбыҙ бесәйҙәргә арналған « Бесәйҙәр ҙә ярҙамға мохтаж» исемле кластан тыш сара ойошторолдо. Сара бигерәк тә күңелле, сағыу үтте. Уйындар, ярыштар ваҡытында балалар бесәйҙәр тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдылар. Бесәйҙәр тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, һүрәттәр эшләнеләр, видеофильмдар,әкиәттәр ҡаранылар. Шулай уҡ бесәйҙәр тураһында йомаҡтар ҙа систеләр. Түңәрәк ағзалары Рашев Заһир менән Яйыҡбаев Руслан бесәй менән бәйле һауа торошона, яуым-төшөмдөң булыу-булмауына бәйләнгән, күп йылдар һыналып килгән халыҡ һынамыштары менән таныштырҙылар. Йәнһүрәт геройҙары булып кисәгә килгән Йәғәфәрова Ынйы менән Азаматова Руфина уҡыусылар менән күңелле уйындар ойошторҙолар.Шулай уҡ кескәй дуҫтарыбыҙҙы нисек ҡарарға, уларға ниндәй ярҙам күрһәтергә икәнлеген дә һөйләшеп, фекерҙәре менән уртаҡлаштылар.
Түңәрәк етәксеһе Азаматова Ә.Ә. иғлан иткән конкурсҡа дүртенселәр бик ентекле әҙерләнгәндәр ине. Жюри ағзалары бер тауыштан төрлө номинацияларҙа түбәндәге уҡыусыларҙы билдәләнеләр. «Иң ауыр бесәй» Аралбаева Шәүрәнеке, «Иң күп бесәй» Моталлапова Әминәлә, «Тоҡомло бесәй» Барлыбаева Алтынайҙа, «Ҡупшыҡай бесәй» Вәлитова Гөлкәйҙә, «Иң йәш бесәй» Мәхмүтова Ниләлә, «Иң ҙур бесәй»- Ҡасҡынов Нурланда, «Иң бәләкәй бесәй» Йәрмөхәмәтова Алинала, «Бесәйҙәр тураһында иң йөкмәткеле нәфис һүҙ яҙыусы» Хисмәтуллина Лилиана, тип табылды.
Тамашасылар- өсөнсө класс уҡыусылары һәм сарала әүҙем ҡатнашыусы-дүртенселәр төрлө приздар алып, ҡыуанып таралыштылар.