Студенттар менән осрашыу
19 ғинуар көнө Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә 8-9 класс уҡыусылары өсөн 2015 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, Баймаҡ йәштәре берлеге ағзаһы Буранбай Аралбаев менән осрашыу үтте.
Осрашыуҙың маҡсаттары уҡыусыларҙы урта махсус белем биреү йортттары менән таныштырыу, шулай уҡ әлеге көндә башҡалабыҙ Өфөлә гөрләп эшләүсе, студенттарҙың ялын файҙалы итеп ойоштороусы Баймаҡ йәштәре берлеге тураһында белешмә биреү ине. Әлбиттә дәртле, дарманлы сығарылыш уҡыусыбыҙ Буранбайҙың сығышынан уҡыусылар Өфө урман техник техникумы тураһында бик күп белешмә алдылар. Студент тормошоноң ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта файҙалы мәлдәре тураһында һөйләп, уҡыусыларҙы яҡшы уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә, әрме сафтарына барып хеҙмәт итергә саҡырҙы. Үҙ сиратында уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡтырған һорауҙарға яуаптар алдылар.