“Театр- минең яҙмышым”
Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбендә үткән “Театр- минең яҙмышым” исемле осрашыу-кисәгә ауылдашыбыҙ,Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актеры Рафиҡ Хәсәнов килде.
Рафиҡ Хәсәнов – һәләтле,талантлы, үҙ тамашасыһын тапҡан актерҙарҙың береһе. Уның тарафынан тиҫтәләрсә образдар ижад ителгән.Кисә барышында Рафиҡ Рафаэль улының тормош юлына,ижадына байҡау яһалды,уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алдылар.Ауылдашыбыҙ музыкаль күстәнәс тә алып килгән ине.М.Кәримдең “ Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса ҡуйылған “ Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектакленән Мәрәһим йырын башҡарып, барыбыҙҙы ла хайран итте.Уның моңло тауышы йөрәктәргә үтеп инде.Уҡыусылар ҙа яуапһыҙ ҡалманылар: “ Бәхет өсөн” йыры менән сығыш яһанылар. Билдәле булыуынса,Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы күренекле шәхестәребеҙҙең аяныслы яҙмышына арналған “ Беренсе республика” исемле нәфис фильм төшөрөлдө. Рафиҡ Хәсәнов унда төп ролдәрҙең береһе – композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов ролен башҡара.Һуңынан ошо фильм 1-се Этҡол мәҙәниәт йортонда ауыл халҡына күрһәтелде.
Ауылдашыбыҙға артабан да яңынан –яңы ижади үрҙәр, ижад ҡанаттарының талмауын теләйбеҙ.