1. Ученикам
  2. Новости
  3. Профориентацион эш алып барыла

Профориентацион эш алып барыла

Апрель 16, 2019 Просмотров: 29

Һуңғы йылдарҙа Рәсәй хеҙмәт баҙарында шундай күренеш күҙгә сағыла: бер яҡтан, сәнәғәттә эшселәр етешмәй, икенсе яҡтан, юғары белемле йәш белгестәрҙең 16% -ы эшһеҙ. Белгестәр быны йәштәрҙең дөрөҫ һөнәр һайламауынан килә тип аңлата. Беҙҙең Беренсе Этҡол мәктәбе коллективының бурысы – уҡыусыларға бөгөнгө көндә талап ителгән һөнәрҙәр һайларға ярҙам итеү. Ошо маҡсаттан сығып, Б. Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә сығарылыш уҡыусылары менән профориентацион эш йүнәлешендә маҡсатлы кисәләр, осрашыуҙар даими рәүештә ойошторолоп тора.16 апрель көнө туғыҙынсы, унынсы класс уҡыусылары менән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы уҡытыусылары менән осрашыу үтте.