1. Ученикам
  2. Новости
  3. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы

Апрель 27, 2019 Просмотров: 44
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бойороғо менән 20 апрелдән 20 майға тиклем Башҡортостанда ағас ултыртыу айлығы иғлан ителде.Был акция «Йәшел Башҡортостан» исемен алды.

«Ағас ултырт- ғүмер бүләк ит!» девизы аҫтында үткән сараға Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол мәктәбе коллективы ла дәррәү ҡушылды. Йылдағы традицияға тоғро ҡалып, был аҙнала 7-се,8-се,10-сы класс уҡыусылары Баймаҡ урман хужалығының 1-се Этҡол лесничествоһына ҡараған биләмәгә ҡарағай үҫентеләре ултырттылар. Лесничий Ю.Йосопов етәкселегендә эшләп, уҡыусылар урманыбыҙҙы һаҡлауға, тирә-яҡты йәшелләндереүгә тос өлөш индерҙеләр. Мәктәптә эшләп килгән «Йәш урмансы» түңәрәге ағзалары ла акцияға ихлас ҡушылды. 5-се, 6-сы класс уҡыусылары тарафынан мәктәп баҡсаһына "Инйәр" урман хужалығынан килтерелгән шыршы үҫентеләре ултыртылды. Шулай уҡ 27 апрелгә тәғәйенләнгән ағас ултыртыу көнөндә урман яҙмышына, тәбиғәтебеҙгә битараф булмаған һәр кем теләп ҡатнашты. 4-се класс уҡыусылары Ғәҙелбай ауылында ағас ултыртһалар, 7-се,8-се кластар мәктәп баҡсаһын тағы ла ҡарағай үҫентеләре менән тулыландырҙылар. 9-сы класс уҡыусылары элекке мәсет урынын йәшелләндереүҙә ҡатнашты.
Шулай уҡ 27 апрель көнө 6-сы һәм 10-сы класс уҡыусылары 1-се Этҡол лесничествоһына ағас ултыртыуға ярҙамға сыҡтылар.

Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтебеҙ ҙур үҙгәрештәр кисерә. Ағастар күпләп ҡырҡыла,йылға-шишмәләр ҡорой. Әлбиттә, иң тәүҙә ағастар ултыртып, уларҙы тәрбиәләп үҫтереп, тәбиғәткә ярҙам итә алабыҙ. Беҙҙең башҡарған эштәребеҙ быға асыҡ миҫал булып тора.