1. Ученикам
  2. Новости
  3. Һуңғы ҡыңғырау…

Һуңғы ҡыңғырау…

Май 27, 2019 Просмотров: 192

Һуңғы ҡыңғырау… Сихриауаз, ул ғәжәйеп моңһоу, һағышлы. Һәр кемдең күңелендә һаҡланған иң онотолмаҫ, гүзәл һәм тулҡынландырғыс мәл.
2019 йылдың 25 май көндө 9-сы синыфта 9 уҡыусы һәм 11-се синыфта 5 уҡыусы өсөн мәктәптә һуңғы ҡыңғырау сыңланы.
Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙ Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбе, уҡытыусылар, дәреслектәр менән хушлашаһығыҙ. Киләсәктә хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Һеҙҙең арағыҙҙан республикабыҙҙың алдынғы эшмәкәрҙәре: ғалимдар, сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, табиптар, мәҙәниәт белгестәре сығасаҡ. Ләкин ниндәй һөнәр эйәһе булһағыҙ ҙа, күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге, ғәмәлдәрегеҙ кешелекле булһын!
11 класс уҡыусыларын байрам менән ҡотларға ата – әсәләр, Баймаҡ районы Мәғариф бүлеге баш бухгалтеры Юлдашбаева Ә.З, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариат башлығы Хәмитов Хөрмәт Хәмит улы, мәктәп директоры М.Т. Моталлапова, класс етәксеһе Азаматова Ә.Ә. һәм беренсе уҡытыусылары Аралбаева М.Ю. ҡотланы. Уҡыусылар уҡытыусыларҙың изге теләктәрен, оло тормошҡа биргән өгөт – нәсихәттәрен иғтибар менән тыңлап, үҙҙәре лә остаздарына күңел түренән урғылған йылы хис – тойғоларын, рәхмәттәрен еткерҙе.
Һуңғы ҡыңғырау биреү хоҡуғы уҡыу алдынғылары-сығарылыш уҡыусылары Йәғәфәрова Ләлә менән Йәғәфәров Хәлим һәм 1 класс уҡыусыларының уҡыу алдынғылары Солтангәрәева Гөлсирен менән Хәсәнов Айсарға бирелде.
Әбдрәхимов Ильяс менән Йәғәфәрова Ынйы быйыл «Йыл спортсмены – 2019» тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булдылар. Һәр яҡтан һәләтле, төрлө олимпиада – ярыштарҙа еңеү яулаған уҡыусыларҙың киләсәге өмөтлө.
“Йыл ғаиләһе- 2019”исеме күп балалы Рәмил һәм Гүзәл Йәғәфәровтар ғаиләһенә бирелде.
“Йыл класы-2019» исеменә 3 һәм 8 класс уҡыусылары лайыҡ булды.
Һәр йылдағыса мәктәп директоры Моталлапова М.Т. район кимәлендә үткәрелгән фән олимпиадаларында, спорт ярыштарында, сәнғәт конкурстарында ҡатнашып, төрлө урындар алыусы уҡыусылар грамоталар менән бүләкләне. Мәктәпкә, уҡытыусыларға ҡарата шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, сәскә гөлләмәләре бүләк ителде. Мәктәп алды матур биҙәлгән. Сығарылыш уҡыусыларына арналған стенд, ҡотлауҙар яҙылған плакаттар, шарҙар эленгән.
Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Алда иң мөһим һынау – Берҙәм дәүләт имтихандары. Бар сығарылыш класс уҡыусыларына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, һайлаған уҡыу йорттарының студенттары булып, яратҡан һөнәрҙәрен үҙләштереүен теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә!
Һуңғы ҡыңғырау яңғырай бөгөн
Яңы юл яра ғүмер ағышы.
Һуңғы ҡыңғырау – өләсәй доғаһы,
Изге юл теләй уның тауышы.
Хәйерле юл!
Хәйерле юл, һеҙгә, уҡыусылар!