“Мостай иле” тип аталған тамашалар конкурсы
Июнь 11, 2019
Просмотров: 32
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар республикабыҙҙың бар төбәктәрендә дәррәү ойошторола.
1-се Этҡол урта мәктәбенең «Ҡояшҡай» исемле йәйге һауыҡтырыу лагерында бөгөн “Мостай иле” тип аталған театрлаштырылған тамашалар конкурсы булды.Һәр ырыу тәрбиәләнеүселәре Мостай Кәримдең берәй әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе.
Сара бөйөк әҙиптең әҙәби мираҫы аша күңелдәрҙә илһөйәрлек, кешелеклелек тойғолары, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү, балаларҙы сәнғәткә нығыраҡ йәлеп итеү, ижади һәләттәрҙе асыу маҡсатынан ойошторолдо.