1. Ученикам
  2. Новости
  3. 1-се Этҡол мәктәбе спорт залында капиталь ремонт үткәрелде

1-се Этҡол мәктәбе спорт залында капиталь ремонт үткәрелде

Август 28, 2019 Просмотров: 52

1-се Этҡол мәктәбендә ҙур эш башҡарылды – “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Һәр баланың уңышы” проекты сиктәрендә спорт залында капиталь ремонт үткәрелде. Ишектәр, иҙән таҡталары яңыға алмаштырылды, стеналар матурланды, яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртылды. 23 август көнө ремонттан һуң бөтөнләй башҡаса төҫ алған залды асыу тантанаһы үтте. Унда Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары : Сирғәлина Гөлшат Камил ҡыҙы һәм Хисмәтуллин Динар Рәфҡәт улы, мәғариф бүлеге етәксеһе Зәйнуллин Илдус Әдиф улы, ауыл хакимиәте башлығы Гөлнур Йыһаннур ҡыҙы ҡатнашты.

Быға тиклем дә, физик тәрбиә дәрестәре уҡытыусыһы Йортбәков Рәсих Рәсүл улы, һәр башланғысты күтәреп тороусы мәктәп директоры Моталлапова Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы тырышлығы менән, спорт буйынса алдынғылыҡты бирмәгән уҡыусылар, артабан тағы ла яңы үрҙәр яулар, спортҡа ынтылыусылар тағы ла күбәйер тигән ышаныста ҡалабыҙ.