Көҙгө кросс
Сентябрь 16, 2019
Просмотров: 46
Беренсе Этҡол урта мәктәбендә спорт шәмбеһе сиктәрендә «Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух» исеме аҫтында һаулыҡ көнөнә арналған сара үтте. Бында бөтә уҡыусылар ҙа, мәктәп коллективы ла әүҙем ҡатнашты. Был сараға ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡушылды. Башта уҡыусылар үҙҙәренә тәғәйенләнгән дистанцияға йүгерҙеләр, 5 категорияла малайҙар һәм ҡыҙҙарға призлы урындар билдәләнде. Спонсорҙар Каскинов Рәүф Хәмитйән улы, Шәмсетдинов Илгиз Ишбулды улы еңеүсе спортсмендарҙы миҙалдар һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнеләр.