“Аҫылташ” командаһы сығыш яһаны.
Сентябрь 22, 2019
Просмотров: 37
21 сентябрь көнө 1-се Этҡол мәктәбендә “Аҫылташ” командаһы үҙҙәренең мәғариф программаһы менән сығыш яһаны. Ауылдашыбыҙ Байрас Азаматов 9-11-cе класс уҡыусыларын төркөмдәргә бүлеп үҙ проектыңды булдырыу серҙәренә төшөндөрҙө, бында уҡыусылар экология, туған тел, башҡорт йәштәре мәҙәниәте кеүек проблемаларҙы күтәреп сыҡтылар, уларҙы сисеү юлдарын эҙләнеләр. Алдынғы ҡарашлы йәштәр шулай уҡ сәләмәт тормош менән йәшәүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә үткәрҙеләр, баш ҡалабыҙҙағы юғары уҡыу йорттары, төрлө һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт бирҙеләр.