1. Ученикам
  2. Новости
  3. Баймаҡ – бөйөк шәхестәр,таланттар иле

Баймаҡ – бөйөк шәхестәр,таланттар иле

Октябрь 26, 2019 Просмотров: 44

Баймаҡ – бөйөк шәхестәр,таланттар иле, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Ғ.Сөләймәнов, А.Игебаев, Р.Туйсина,  Р.Йәнбәков,Р.Түләк, Ә.Үтәбай кеүек яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Республикабыҙҙа киң танылыу яулаған бик күп шәхестәребеҙҙең 1-се Этҡол мәктәбендә белем алыуҙары - беҙҙең өсөн икеләтә ғорурлыҡ.

Бөгөн мәктәбебеҙҙә үткән “ Халҡымдың аҫыл улдары” исемле кисә-осрашыу күренекле композитор Хөсәйен Әхмәтов, 1-се Этҡол мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаған күренекле дәүләт эшмәкәре Зекериә Аҡназаров, тарихсы,ғалим Әнүәр Әсфәндиәров, фольклорсы-ғалим Салауат Галиндың яҡты иҫтәлегенә арналды. Уларҙың юбилейҙары айҡанлы үткәрелгән кисәлә мәртәбәле ҡунаҡтар - З.Аҡназаровтың улдары Камил һәм Фәнил Аҡназаровтар, БДУ профессоры, яҡташыбыҙ Мирас Иҙелбаев, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов сығыш яһаны. Улар өсөн мәктәп музейына экскурсия ойошторолдо. Уҡыусыларҙың “Башҡортостан- тыуған илем” исемле әҙәби-музыкаль сығышы яҡташтарыбыҙ күңеленә айырыуса хуш килде.