Яңы йыл байрамы
Ап-аҡ ҡарға күмеп донъяны,
Ынйы һибеп, сафлыҡ нуры бөркөп,
Өр-яңы ҡыш килде тыуған ергә –
Яңы өмөт тулды күңелгә.
Яңы йылға яңы уйҙар менән,
Саф теләктәр менән инәйек.
Бәхет арбаһына шәп ат егеп,
Тормош үрҙәренә еләйек.
Яңы йыл – көтөп алынған байрам. Ул – өмөттәр һәм яҡшы кәйеф, уҙған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау һәм киләсәккә пландар ҡороу ваҡыты.
26, 27 декабрь көндәре беҙҙең мәктәптә уҡыусылар өсөн байрам саралары үтте. Кисәнең тәүге өлөшөндә балалар, әкиәт геройҙары менән бергәләшеп, төрлө мөғжизәле ваҡиғалар уртаһында ҡайнаны, шыршы тирәләй бейене, йырланы, рәхәтләнеп күңел асты. Яңы йыл байрамының күрке булған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгәс, байрам тағы ла йәнләнә төштө. Икенсе өлөшөндә уларға күңелле уйындар, конкурстар үткәрелде. Шул ваҡытта 11-се класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре ойошторған “Етегән” кафеһы тәмлекәстәр менән һыйлап ҡыуандырҙы.