Хәрби-патриотик айлыҡ
Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә үҫеп килеүсе быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Был йүнәлештәге эш 28 ғинуарҙан 28 февралгә тиклем гражданлыҡ-патриотик тәрбиә айлығында айырыуса әүҙемләшә. Быйылғы айлыҡтағы планлаштырылған тәрбиәүи саралар уҡыусыларҙа Патриотлыҡ - Ватанға мөхәббәт хисе, уның тарихы, мәҙәниәте , ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһыныу, милли символдарға, изге урындарға хөрмәт менән ҡарау, йәмғиәткә һәм халҡыңа хеҙмәт итергә әҙер булыу сифаттарын тәрбиәләү маҡсатынан ойоштороласаҡ.
Айлыҡты асыу тематик линейкаһы тантаналы рәүештә башланды. Барлыҡ мәктәп уҡыусылары өсөн Рәсих Рәсүл улы Йортбәковтың тәрбиәләнеүселәре СССР, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһының байраҡтары аҫтында сафтарҙа үттеләр. Мәктәп директоры Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы айлыҡты асыҡ тип иғлан итеп, барлыҡ уҡыусыларҙы ла үткәреләсәк сараларҙа актив ҡатнашырға саҡырҙы. Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Ә.Ә. хәрби- патриотик айлыҡтың планы менән таныштырҙы