Профориентация эше
Замана талаптарына тура килгән специалистар әҙерләү – мәктәп эшмәкәрлегендәге йүнәлештәрҙең береһе. Был йәһәттән Беренсе Этҡол мәктәбе профориентация эшен алып бара һәм шундай маҡсаттан сығып, 6 февраль көнө 10-сы, 11-се класс уҡыусылары менән Баймаҡ ҡалаһының Мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре осрашыу үткәрҙе. Уның директоры Сирусина Гөлнара Ильяс ҡыҙы төрлө тестар һәм тренингтар үткәрҙе. Артабан уҡыусылар Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенә барҙы. Мукаева Эльвира Ирек ҡыҙы етәкселегендәге психологтар бөгөнгө көндә хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәрҙәр кәрәклеген, Берҙәм дәүләт имтихандарына стресһыҙ әҙерләнеү тураһында кәңәш бирҙеләр, профориентация буйынса тест эшләттеләр. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙ һәм егет араһындағы мөнәсәбәт, буласаҡ әсәйҙәр һәм атайҙар темаһына һөйләшеү булды. Осрашыу фәһемле һәм файҙалы үтте, уҡыусыларға оҡшаны.