Тарих уҡытыусыларының район семинары
22 октябрь көнө Батыргәрәй Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол мәктәбендә тарих уҡытыусыларының район семинары үтте. Сара тарих уҡытыусыһы Мәхмүтов Шамил Азат улы ойошторған СССР тарихына арналған музей менән танышыуҙан башланып китте. Артабан семинарҙа ҡатнашыусыларға уҡыусыларҙың “Сәскә ат, Башҡортостан!” исемле әҙәби-музыкаль сығышы тәҡдим ителде. Ерлеккә бәйле мәғлүмәттәргә бай икәнен иҫбат итеп, “Тыуған яҡты өйрәнеү” музейында тарих уҡытыусыһы Ғүмәрова Вәлиә Зөбәйер ҡыҙы үҙенең уҡыусылары менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Уларҙың йәнле сығыштарынан һуң Мәхмүтова Гүзәл Айҙар ҡыҙы “Башҡортостан – тыуған ерем” проект эшенең алымдарын ойошторҙо. Теманы дауам итеп, 2-се һанлы Баймаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Байрамғолова Әлфиә Муса ҡыҙы оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Семинар ултырышында Ярат мәктәбе тарих уҡытыусыһы Т.М.Ишимбетова “9-сы класс уҡыусыларын тарих фәне буйынса дәүләт имтихандарына әҙерләү” хаҡында һәм Беренсе Этҡол мәктәбе тарих уҡытыусыһы В.З. Ғүмәрова “Музей – белем һәм тәрбиә урыны” темаларына сығыш яһаны.
Сара аҙағында район мәғариф бүлеге методисы Г.Ф. Иҫәнғолова тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ предметтары буйынса үткәрелгән олимпиадаларға байҡау яһаны, үҙ-ара фекерҙәр, тәҡдимдәр ҡаралды.